Республикала «Трактор» айлығына йомғаҡ яһалды

Уның һөҙөмтәләре буйынса 874 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған, 39 берәмек техника штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын ҡулланғанда ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү өсөн бындай саралар йыл һайын уҙғарыла. Уның барышында машиналарҙың төҙөклөгөнә, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә иғтибар бүленә. Республиканың Дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Эске эштәр министрлығы менән берлектә 810 профилактик рейдҡа сыҡҡан. Айлыҡ ваҡытында белгестәр ике мең ярымдан ашыу техника берәмеген тикшерҙе.