Башҡортостанда бер аҙнала 30 меңдән ашыу ОРВИ һәм грипп осрағы теркәлде

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 30 меңдән ашыу киҫкен респиратор инфекция һәм грипп менән ауырыу осрағы теркәлгән. Сирләүселәрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар.

Белгестәр әйтеүенсә, киҫкен респиратор инфекцияны йоҡтороуҙың иң юғары нөктәһе ғәҙәттәгесә көҙ башына тура килә. Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикаға гриппҡа ҡаршы ярты миллиондан ашыу доза вакцина килтерелгән. Улар Башҡортостандың барлыҡ медицина учреждениеларына таратылған. Шулай уҡ вакцина яһатыр өсөн эш урынына медицина бригадаһын саҡыртырға мөмкин. Киҫкен респиратор инфекция һәм грипп таралған осорҙа табиптар йәмәғәт урындарында медицина битлектәрен кейеп йөрөргә, ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға һәм иммунитетты нығытырға кәңәш итә.