Архитектур ҡоролма өлөшләп махсус әҙерләнгән төҙөкләндереү урынына оҙатыласаҡ. Рестовраторҙар һәйкәлде 1967 йылда нисек монтажланған, шул тәртиптә һүтә. Тәүҙә батырҙың ҡылысы, ҡамсыһы алына. һуңынан инде ат өҫтөнән һыбайлы һын төшөрөлә. Ә бына скульптураның аҫҡы өлөшө тарихи фотографияларға таянып тулыһынса демонтажлана.
Һәйкәлде һүтеү эштәре бер ай дауам итәсәк. Уның барышын Рәсәй художество академияһы фондынан Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили күҙәтәсәк. Академик әйтеүенсә, төҙөкләндереү кисектергеһеҙ талап. Сөнки һәйкәлде тотоп торған конструкция бөтөнләй серегән.