Өфөлә «Башҡорт биҙәктәре» этнофорумы тамамланды

«Башҡорт биҙәктәре». Өфөлә «Берҙәмлек» ижад үҙәге уҡытыусыһы Милена Килмәтова башланғысы менән ойошторолған фәнни белем биреү этнофорумы тамамланды. Өфө ҡалаһы һәм Урал батыр эҙҙәре буйлап ҡыҙыҡлы экскурсияларҙы, милли кейем өлөштәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, халыҡ ижады, этнография буйынса лекцияларҙы үҙ эсенә алған сара хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

«Башҡорт биҙәктәре» этнофорумында Өфөнөң Инорс биҫтәһе мәктәптәре уҡыусылары һайлап алыныуы осраҡлы түгел. Фәнни белем биреү форумы мәктәп уҡыусыларына мили мәҙәниәтте, тарихты, телде, этнографияны өйрәтеү маҡсатын ҡуя. Форумдың беренсе көнөндә үҫмерҙәр алдында «Ай» милли кейем брендын булдырған эшҡыуар Артур Исҡужин сығыш яһаны. Һанлы форматта башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү серҙәре менән менеджер Марат Ханов уртаҡлашты.Малай-ҡыҙҙар башҡорт биҙәктәре һалып өҫ кейеме тегеү һәм биҙәү, тиренән йән һаҡлаусы бетеү эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Форумдың икенсе көнө «Ялан» этногглемпингында ойошторолдо. Малай-ҡыҙҙар һыбай йөрөү, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнде, боронғо башҡорт аштарын тәмләп ҡараны. Башҡортостандың милли музейы «Башҡорт биҙәктәре»фәнни-мәғариф этнофорумының төп майҙансыҡтарының береһенә әүерелде. Сарала ҡатнашыусылар этнографик экспонаттарҙың бай коллекцияһы менән танышты, башҡорт халҡының традицион мәҙәниәте атмосфераһына сумды. Экскурсоводтар һәр экспонаттың тарихы, уның башҡорт халҡының мәҙәниәтендә һәм көнкүрешендә әһәмиәте тураһында ентекле һөйләне.

Музейға сәфәр ижади оҫтаханала тамамланды. Форумда ҡатнашыусылар тәжрибәле оҫталар етәкселегендә башҡорт милли кейеменең традицион биҙәүестәренең өлөшөн эшләне.Уникаль проект «Башҡорт биҙәктәре»этнофорумы йәш тикшеренеүселәргә Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн киң мөмкинлектәр асты. Был ябай ғына сара түгел, ул ысын йолаларға, рухи ҡиммәттәргә үрелеп барҙы.

Форумда ҡатнашыусылар яңы белем, мәҙәнилекте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса күнекмәләр, онотолмаҫ тәьҫораттар алды.

«Башҡорт биҙәктәре» йәштәр мәҙәни-мәғариф этнофорумы «Берҙәмлек» ижад үҙәге уҡытыусыһы Милена Килмәтованың «Росмолодежи» грант конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Этнофорум йәштәрҙе милли традициялар менән таныштырҙы, халыҡ кәсептәрен, телде, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуындарға тапшырыу һәм һаҡлау өсөн мөмкинлектәр киңлеген күрһәтте.

Гүзәл Борханова