Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә. Өфөләге «Защитник» үҙәгендә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менән шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була. Контракт төҙөгән яугирҙарға 210 мең һумдан юғары эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ махсус заданиелар үтәгән хәрбиҙәргә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Алғы һыҙыҡта кисектергеһеҙ хәрби хеҙмәт барышында контракт төҙөүселәр ҙа бар. «Пухлый» ҡушаматлы яугир «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында санитар вазифаһын башҡара. Контрактсы әйтеүенсә был ҡарарға ул әрме сафында бурысын үтәгән ваҡытта килә.