Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең алдынғы ижади коллективтарын берләштергән күләмле мәҙәни сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған. Фестивалде асыу тантанаһында асыҡ һауала һуғыш йылдарына арналған театрлаштырылған миниатюра ҡуйылды. Проект Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла, сараны ойоштороусылар булараҡ «Беҙҙең киләсәк» Хәйриә фонды менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сығыш яһай.
«Ҡурсаҡ-фест» Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале 28 сентябргә тиклем дауам итә, конкурс номинациялары буйынса еңеүселәр исемлеге сараны ябыу тантанаһында билдәле буласаҡ. Ҡатнашыусылар араһында Донецк республика академия ҡурсаҡ театрының ижади коллективы ла бар.