Мәсетле районында «Йәйге Шайморатов уйындары»ның зона этабы үтте

Унда республиканың алты районынан 19 команда ҡатнашты. Оҙонлоҡҡа һикереү, турникта күтәрелеү, тиҙлеккә йүгереү, туп менән уҙыш һәм спорт эстафетаһында иң көслөләр һәм етеҙҙәр асыҡланды. Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Кубогына ойошторолған спорт сараһы үҫеп килгән быуын араһында ҙур танылыу алған. Ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта.

Шайморатов уйындары ҡышҡыһын да уҙғарыла. Спорт сараһы сәләмәт быуын тәрбиәләү, райондар араһында бәйләнештәрҙе нығытыуға ла йүнәлтелгән. Сара аҙағында еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар менән бүләкләнде, шулай уҡ тренерҙар ҙа Рәхмәт хаттары алды.