МХОла ҡатнашҡан 11 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, был өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Беҙ яугирҙарҙы медицина препараттары һәм техник реабилитация саралары менән тәьмин итәбеҙ. Шулай уҡ психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, телемедицина технологиялары ҡулланабыҙ, -тине Айрат Рәхмәтуллин, бөгөн республика парламентының пленар ултырышында. Айырыуса иғтибар яугирҙарҙың балаларына  йүнәлтелә.  2022 йылдан алып  республика шифаханаларында  4 меңдән ашыу бала сәләмәтлеген нығытҡан.