Башҡортостанда кадрҙар сәйәсәтен нығытыуға ҙур иғтибар бүленә

Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Төбәктә махсус хәрби операция ветерандарынан квалификациялы етәкселәр әҙерләнә. Фронттан ҡайтыусыларҙың өсәүһе ауыл советтарын етәкләне, тағы 50 яугир  муниципаль депутат итеп  һайланды. Радий Хәбиров депутаттарға, хеҙмәт коллективтарына һәм халыҡҡа махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.