Өс көн дауамында медицина өлкәһендәге алдынғы эксперттар тармаҡты үҫтереү, инновацион технологиялар үҙләштереү һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерәсәк. Форум программаһында 20-нән ашыу тематик сессия, дискуссия һәм интенсив ҡаралған, шул иҫәптән Башҡорт Дәүләт медицина университетының уҡыу үҙәгенән тактик медицина буйынса белем биреү курсы ла.
Эксперттар билдәләүенсә, заман медицинаһы әлеге ваҡытта тиҙ үҙгәрештәр осорон кисерә. Яһалма интеллект үҫеше менән бәйле, тармаҡҡа биоинженерҙар һәм IT-белгестәр күпләп талап ителә. Бөтә Рәсәй форумының маҡсаты ла медицина фәнен үҫтереүҙең яңы йүнәлештәрен формалаштырыуға булышлыҡ итеү.