Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса Йылайыр районының 7 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» кабинеты хәҙер Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты, граната макеттары, противогаздар менән тәьмин ителгән. Ә бына хеҙмәт кабинеттарында теген машиналары, лазер менән ҡырҡыу станогы һәм дәрес өсөн башҡа мөһим приборҙар барлыҡҡа килгән. Бындай йыһазландырыу уҡыу сифатын яҡшыртып, балалар менән профориентация эшен алып барырға булышлыҡ итә.