Айджиның яҡты иҫтәлегенә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында махсус хәрби операция яугиры Артур Ғәҙелшиндың хәтер кисәһе үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районының Бетерә ауылы егете Артур Ғәҙелшин махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә тәүгеләр рәтендә мобилизациялана. Үҫмер сағынан үҙе шиғырҙар яҙып, шуларға көй һалып иптәштәре араһында башҡарып йөрөгән егет яуҙа ла ижад итеүен туҡтатмай. Батырҙың иҫтәлегенә арналған кисәнең исеме лә уның шиғыр юлдарынан алынды.
«Айджи» ҡушаматын алған һәүәҫкәр музыкант-композиторҙың «Илама, әсәй», «Аҡҡоштар», «Кире ҡайтырмын» йырҙарын күптәр яратып өлгөрҙө. Ә инде Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған «Башҡортостан егеттәре» тигәне бөтә яугирҙәребеҙҙҙең гимны кеүек яңғырай.
Хәтер кисәһенә Артурҙың әсәһе, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусыларынан тыш махсус хәрби операцияла бергә булған хеҙмәттәштәре лә килде. Улар Айджиның ҡыйыулығы, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һөйләне.
Артур төрлө видеояҙмаларҙа хәрби тормош менән дә таныштырып барҙы. Улар аша егеттең етди яугир, йор һүҙле икәнен күрҙек. Чечен һуғышын үткән көслө рухлы, сос ҡаһарман егет тормошҡа тик ыңғай күҙлектән баға, махсус хәрби операциялала һынатмай-миҙалдар менән наградлана. Бөгөнгө һынылышлы дәүерҙә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ил һағына баҫҡан геройҙарға мәңге рәхмәтлебеҙ.
Рүзилә Ғүмәрова