Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылында көтөп алынған мәсет асылды. Биләмәлә изге йорт бинаһы төҙөлөшө өс йыл дауам иткән. Мәсет асыу тантанаһына диндарҙар, ауылдаштар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҡунаҡтар йыйылды. Яҡты, иркен мәсет битараф булмаған кешеләр һәм бағыусылар көсө менән сафҡа индерелгән. Иман йорто «Уйылдан» тигән исем йөрөтәсәк. Ауылдаштар бында дини байрамдар, никах туйҙары, йома намаҙҙары үтер тип өмөт итә.
Хәйбулла районында барлығы 29 мәсет эшләй. Былтыр Юлбарыҫ ауылында иман йорто сафҡа индерелһә, киләһе йыл Баҡал ауылында ла мәсет асылыуы көтөлә.