Һөнәри байрам алдынан лайыҡлы бүләк. Радий Хәбиров мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүсе йәш педагогтарға Башҡортостан башлығы гранттары тапшырҙы. Быйыл 500 мең һумлыҡ сертификатты илле тәрбиәсе алды. Тантананан Айнур Кәбиров репортажы.
Байрам да түгел, милли кейем көнө лә. Баш ҡаланың 277-се балалар баҡсаһында ғәҙәти эш көнө. Ләкин балаларҙың барыһы ла байрамса милли кейем өлгөләрендә. Гөлгөнә Әмирғәлинаның һәр дәресе лә ошолай күңелле һәм сағыу үтә. Кескәйҙәр уйындар аша телде күпкә тиҙерәк үҙләштерә, ти мөғәлим.
Шуға күрә уның төркөмөндә Солтан, Сәфинә, Янбулат ҡына түгел, Настя, Давид менән Магомед та башҡорт телен өйрәнә. Һәр яҡлап та үҫеш мөмкинлеге биргән тәрбиәсегә ата-әсәләр балаларын үҙҙәре теләп йөрөтә. Сөнки Гөлгөнә Әмирғәлина балаларға тел менән бергә, шәхес, үҙаллылыҡ, лидерлыҡ сифаттарын да һеңдерә.
Гөлгөнә Әмирғәлинаның эш алымдары мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүсе йәш педагогтар өсөн Башҡортостан башлығы гранты конкурсында ла юғары баһаланды. Төрлө ҡала һәм райондарҙа эшләүсе коллегалары менән ул 500 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Радий Хәбиров грант алыусыларҙы тәбрикләп мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең йәмғиәт үҫешендә иң төп һәм ҙур роль уйнауын билдәләне.
Башҡортостан башлығы грантына быйыл 50 тәрбиәсе лайыҡ булды. Уларҙың барыһы ла 35 йәшкә тиклемге педагогтар һәм һөнәрҙә кәм тигәндә ике йыл. Грант алғас тағы ла биш йыл шул уҡ эш урынында ҡалыу мөһим. Конкурстың шарттары төбәктәргә мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе белгестәрен йәлеп итергә ярҙам итә.
Әле республикала ике йөҙ мең сабый меңгә яҡын балалар баҡсаһына йөрөй. Тәрбиәселәрҙең етешмәүе һөнәрҙең ауырлығы менән дә бәйле. Педагогтарға бит төрлө ғаиләлә тәрбиәләнгән баланы тормош шарттарына яраҡлаштырыу ғына түгел, һәләтен, шәхесен асыу бурысы ла тора. Йыш ҡына улар кескәйҙәрҙең икенсе әсәһенә лә әйләнеп китә.
Тәрбиәсе һөнәрендә балаларҙы һөйгән, илдең, йәмғиәттең киләсәгенә битараф булмаған кешеләр генә эшләй ала. Үҙ эшенә мөкииббән китеп ҡайһы саҡта хатта үҙ балалары ла иғтибарһыҙ ҡалыуы ихтимал. Тап бөгөнгө шикелле. Грант тапшырыу тантанаһына килгән әсәйҙәрен көткән сабыйҙар кеүек. Ярай ҙа бындай ваҡытта терәк һәм ярҙамсы булырлыҡ тормош иптәштәре бар, ти тәрбиәселәр.
Айнур Кәбиров