Башҡортостанда туристар өсөн билдәле йүнәлештә яңы тимер юлы туҡталҡаһы асылды

Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Быға тиклем Белорет районындағы Шәреташ ҡаяларына барып етеү өсөн пассажирҙарға дүрт саҡрым юл үтергә тура килә. Тимер юлы маршрутында асылған яңы туҡталҡа электричка пассажирҙарын Шәреташҡа тиклем алып барып еткерәсәк. Туҡталҡаны асыу сараһында Рәсәй тимер юлы компанияһы һәм Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Радий Хәбиров туристик поезд вагондары менән танышты. Грушин экспресы, Финист һәм башҡа электр поездары тематик стилдә биҙәлгән. Вагондар билдәле рәссамдарҙың картиналары, халыҡ ижады өлгөләре менән биҙәлгән. Республика буйынса бөгөн 9 заманса электр поезы хәрәкәт итә, улар төбәктәге меңәрләгән пассажирҙы йөрөтә. Хәүефһеҙ һәм сағыштырмаса арзан транспорт төрө һаналған яңы составтарға Башҡортостанда йәшәүселәрҙә ихтыяж ҙур. Республикала пассажирҙар инфраструктураһын яңыртыу, «Ҡала электричкаһы» проектын үҫтереү һәм күрше төбәктәргә яны маршруттар ебәреү буйынса эш артабан да дауам итәсәк.