«Пруфы» баҫмаһы редакцияһына ялған мәғлүмәт өсөн ҙур күләмдә штраф һалынды

Өфөнөң Совет районы суды «Ирекле медиа» коммерция булмаған автономиялы ойошмаһына ҡарата административ материалды ҡараған. Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ғинуарҙа редакцияның телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенең биләмәһенә ҡолауы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма баҫылған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты был хәбәрҙе раҫламай, йәғни мәғлүмәт ялған була, рәсми мәғлүмәттәргә түгел, ә авторҙың үҙ сығанаҡтарына нигеҙләнә. Белгес-психолог һығымта яһауынса, бындай мәғлүмәт интернет ҡулланыусыларға психологик йәһәттән кире йоғонто яһай. Ул халыҡ хәүефһеҙлегенә бәйле йәмәғәт фекеренә тәьҫир итә, хәлде тотороҡһоҙландыра, кешеләр араһында ығы-зығы тыуҙырыуы ихтимал. Суд ҡарары менән, ойошма административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле тип табылған, уға яза рәүешендә ике миллион һум күләмендә административ штраф билдәләнгән. Ҡарар әлегә закон көсөнә инмәгән.