Республика район-ҡалаларында Аксаков көндәре башланды

35-се тапҡыр уҙғарылған күләмле мәҙәни сара бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 234 йыл тулыуға арналған. Ул ғәҙәттәгесә Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондарында уҙа. Баш ҡалала үткән байрам сараларынан тулыраҡ киләһе яҙмала.

Көндөң болоҡһоп тороуына ҡарамаҫтан, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһына кемуҙарҙан ағылды. Парк биләмәһе байрамса биҙәлгәйне. Халыҡ-ара Аксаков байрамы уңайынан кәсепселәр ҡул эштәрен сығарһа, кондитерҙар төрлө тәм-томдарын тәҡдим итте. Улар араһында алманы бренд итеп алған Бөрө йүнселдәре лә бар ине.

Сергей Аксаков мемориал йорт-музейынан да халыҡ өҙөлмәне. Халыҡ-ара Аксаков көндәре сиктәрендә, яңы күргәҙмәләр асылды. «Салауат Щербаковтың ата-бабалары тарихы» тип исемләнгән экспозиция аша мәҫәлән, билдәле Рәсәй скульпторы, генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторының тамырҙары менән танышырға мөмкин ине. Экспозиция эшмәкәрлеге менән «Өфө» хосписы һәм «Бәхет биләмәһе» фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла яҡындан танышты. Ғаилә тарихын уға скульптор Салауат Щербаковтың бер туған һеңлеһе таныштырҙы.

Беҙ Салауат менән бер туғандар. Мин атайым фамилияһында ҡалһам, ә ағай әсәйемдекен алған. Нәҫелебеҙ билдәле шәхестәрҙән тора. Өйрәнгән шәжәрә нигеҙендә беҙ, Ҡыпсаҡ ырыуына ҡарайбыҙ. Скульптор, архитектор һөнәрҙәрен һайлауыбыҙға олатай-өләсәйҙәребеҙ булышлыҡ иткән. Улар ҙа ҡасандыр ошо һөнәр эйәләре булған.

Ғәлиә Ишкилдина, Салауат Щербаковтың бер туғаны һеңлеһе, архитектор

Халыҡ-ара Аксаков байрамы йола буйынса Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрын да иңләне. Байрам концертында Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Сербия һәм Болгария илдәренән йөҙҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты. Улар араһында билдәле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, отставкалағы хәрбиҙәр ҙә бар ине. Сараға шулай уҡ Сергей Аксаков тураһында ғилми эҙләнеүҙәрҙә ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҙа махсус саҡырылды.

Мәҙәни сара Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы буйынса уҙғарыла. Күләмле байрам йыл һайын билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуған көнө уңайынан ойошторола. Мәҙәни саралар ял көндәрендә Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй райондарында үтер тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин