Иглин районы Меңйетәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

«Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты буйынса сафҡа ингән объект заманса ҡорамалдаар менән йыһазландырылған. Бынан ары, урындағы халыҡҡа медицина тикшереүе үтеү өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй. Учреждениела прививка эшләтергә, анализ тапшырырға, диспансер тикшереү үтергә мөмкин.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һанлы медицина хеҙмәттәренә лә тоташтырылған. Йәғни, фельдшер эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында ҡағыҙ бирә, рецепт яҙа, район үҙәге табиптары менән онлайн-консультация үткәрә ала. Башҡортостан заманса медицина пункттар иҫәбе буйынса илдә алдынғы урынды биләй. Яҡын арала Иглин районының Келәш ауылында ла яңы медицина пункты файҙаланыуға тапшырыласаҡ.