Республикала йәш ғалимдар башҡорт тирмәһенең һанлы моделен етештерә

Өфө дәүләт нефть техник университеты белгестәре заманса айти-продуктты археология һәм этнография мухейы өсөн әҙерләй. Һанлы тирмә моделе уның төп нөсхәһенә ҡарап эшләнә. Көнкүреш әйберҙәр, тирмәнең эстәлеге тулыһынса башҡорттарҙың йәшәү шарттарын сағылдыра. Өс Д моделле проект лазерлы сканер фотоһүрәттәренә таянып эшләнә.

Башҡорт тирмәһенең виртуаль проекты өҫтөндә бер төркөм ғалимдар, программистар, музей хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тарихи объектты һанлы форматҡа күсергәндә хаталар һәм етешһеҙлектәр ҡалдырыу урынһыҙ, шуға ла эш ентекле алып барыла. Тирмәнең һанлы моделе уны өйрәнеп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупларға ярҙам итә.

Булат Шәйбәков, Өфө дәүләт нефть техник университетының робототехника етәксеһе