Өфөнән 79 йәшлек Миңлеғол Мәсәғүтова яңы айти-һөнәр үҙләштерә

Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел! Өфөнән 79 йәшлек Миңлеғол Мәсәғүтова яңы айти-һөнәр үҙләштерә. Хаҡлы ялдағы ханым «21- се мәктәп»тә ойошторолған төркөмдөң иң өлкән уҡыусыһы. Ул һанлы технологиялар һәм программаларҙы бушлай өйрәнә.

Миңлеғол Фәрүәз ҡыҙы пенсияға тиклем компьютер менән эш иткән. Шуға ла уҡыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Курстарға килгәндә, бында уҡытыусылар ҙа, лекторҙар ҙа ҡаралмаған, ә һәр кем бер-береһенә ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «21-се мәктәп» быйыл июндә Геном үҙәгендә асылды. Ул 18 йәше тулған, һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән кандидатҡа бушлай айти-һөнәр алыу мөмкинлеген бирә. Һаҡлыҡ банкы проекты Башҡортостан Хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашырыла.