Шишмә районында Ҡатыҡ байрамы үтте

Байрам уңайынан район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда «Милли ихата» һәм «Милли аш-һыу» темаларына бағышланған күргәҙмәләр ойошторолдо. Бында урындағы халыҡ һөт ризыҡтары, тәм-томдар тәҡдим итте. Күргәҙмә алдында һәүәҫкәр артистар сығыш яһаны, театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Көн дауамында оҫталыҡ дәрестәрендә хужабикәләр ҡатыҡ, эремсек, сыр бешереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.