Өфө районында автоспорт һөйөүселәрен берләштергән сара үтте

Автоспорттың йәйге миҙгеле тамам. Уға Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә техник спорт төрҙәрен берләштергән Джимхана фестивале менән йомғаҡ яһалды. Сараға килгән тамашасылар күрһәтмә уҙыштар шаһиты булды, көслө моторҙар геүләүен ишетте, ретро автомобилдәр менән таныша алды. Юғары тиҙлек яратыусы төрлө һөнәр эйәләрен берләштергән спорт сараһы хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Ябай ғына итеп аңлатҡанда джимхана ул тәгәрмәстәрҙәге балетты хәтерләтә. Ярыш майҙанындағы конустар һәм юл һыҙаттары партитуралар ролен үтәй, ә двигателе, эске каркасы үҙгәртеп нығытылған автомобиль пилоттың тыңлаусан партнерына әүерелә. Дрифтта үҙеңде ирекле ҡош кеүек тойор өсөн ярайһы ғына матди сығымдар һалырға кәрәк, ти автомобиль хужалары.. Илнур Ханбәков үҙенең иҫке БМВһына өс миллион һумдан ашыу аҡса һалған. Уның автомобиль двигателе үҙгәртеп ҡрорлғандан һуң 600 ат көсөнә эйә.

Техникала уҙышырға яратыусы малайҙарға өлгө булырҙай спорсылар ҙа бар. Медицина даирәләрендә был автомобиль хужаһы тәжрибәле хирург һәм уролог булараҡ билдәлелек яулаған. Камил Хәмиҙуллин автоспортта дрифт буйынса Рәсәй һәм Берләшкән дәүләттәр илдәре чемпионы. Бала саҡтағы автоуҙышсы булыу хыялын Камил Хәмиҙуллин өс йыл элек кенә тормошҡа ашырған.

Был өҫтәлдәге кубоктар бөтәһе лә быйылғы миҙгелдә яуланған. Башта Рәсәй кубогында, һуңынан Берләшкән дәүләттәр күләмендә еңеү яуланым.

Камил Хәмиҙуллин, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы уролог-андрологы

Автоспорт менән профессиональ шөғөлләнеүселәр автомобиль юлдарының өлгөлө водителдәре. Улар махсус әҙерләнгән трассаларҙа ғына юғары тиҙлек ярҙамында алға, еңеүҙәргә ынтыла. Сараға килеүселәр хатта пилоттар менән йәнәш ултырып дрифта ҡатнашырға ла йөрьәт иткән.

Башҡортостанда автоспорт йылдам үҫешә, республика пилоттары бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара чемпионаттарҙа приздар яулай, еңеү пьедесталына күтәрелә. Автомобилдә сәмле ярыштарҙы күҙәтеү өсөн тамашасыларға киләһе йәйҙе көтөргә кәрәкмәй. Махсус әҙерләнгән трассала ҡышҡыһын да дрифт буйынса ярыштар үткәреләсәк.

Был майҙанда тура юл урынына киҫкен боролоштар, баш етмә:лек йыла элементтары башҡарыла. Руль артындағы пилоттар конкстар тирәләй ғәдәйеп фигуралар яһай, музыка урынына моторҙар геүләй.

Гүзәл Борханова