Бөгөн Республика Башлығы бер төркөм замандаштырыбыҙҙы бүләкләне

Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса  баш федераль инспектор Алексей Касьяновҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.  Алексей Касьяновтың үҙ вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында билдәле булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ бөгөн Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугиры Антон Айтуғановҡа Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Өфөнән 11-се класс уҡыусыһы София Салангина республика Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ул климат үҙгәреүе һәм экология мәсьәләләре буйынса Халыҡ-ара олимпиадала еңеү яуланы.