Бөгөн Өфөлә хәрбиҙәрҙең бер төркөмө оҙатылды

Улар ҡыҫҡа ялдан һуң  махсус операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттарҙы оҙатыу  сараһында  вице-премьер Ирек Сәғитов ҡатнашты. Ул Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе. - "Башҡортостан" полкы үҙен данлы подразделение  итеп танытты. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ.   Республика һеҙҙең яҡындарығыҙға  һәр төрлө  ярҙам  күрһәтә.  Был беҙҙең бурыс - тине  Ирек  Сәғитов.