Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2025 йыл аҙағына тиклем Пугачев урамын файҙаланыуға тапшырыу бурысын ҡуйҙы. Һүҙ «Дуҫлыҡ Монументынан Геофизиктар урамына тиклем участка тураһында бара».
Йәмәғәт киңлектәре сәғәте«форматында уҙған сираттағы тематик кәңәшмәлә төбәктең юл төҙөлөшө һәм тораҡ пункттарын төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде. Пугачев урамын реконструкциялауҙы дауам итеү кәңәшмәнең төп темаларының береһе булды. Проекттың беренсе этабы «Дуҫлыҡ Монументы»нан «Лента» гипермаркетына тиклем араны үҙ эсенә ала. Бөгөнгә ул 79 процентҡа әҙер. Эште тамамлау өсөн 200 метр участкаға асфальт түшәргә һәм бөтә оҙонлоғона финиш ҡатлам һалырға кәрәк. Реконструкцияның икенсе этабы «Лента» гипермаркетынан Геофизиктар урамына тиклемге арауыҡ. Әле дүрт юл һыҙатының икәүһе төҙөлә, башҡа участкаларҙа ла эш башлана. Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем Пугачев урамының дүрт һыҙаты буйлап хәрәкәтте тәьмин итергә ҡушты. Тағы бер мәсьәлә»Затон-Көнсығыш«торлаҡ районының 21-се һәм 23-сө кварталдарында урамдар төҙөүгә ҡағылды. Проект 4 километрлыҡ юл төҙөлөшөн күҙ уңында тота. Әҙерлек 71 процент тәшкил итә.