Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика башлығы абруйлы статус алыуға ҙур көс һалған фән эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Торатау геопаркын Юнеско исемлегенә индереү тураһындағы ҡарар 6 сентябрҙә Чили республикаһында үткән 11-се халыҡ-ара конференцияла ҡабул ителде. Рәсәйҙә был статусты алған геопарктар икәү. Беренсеһе Янғантау Радий Хәбиров ғалимдарҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы.