Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем 620 лифт алмаштырыласаҡ

Уларҙың барыһының да файҙаланыу ваҡыты тамамланған. Заманса яңы лифттар хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла. Өфөнөң Адмирал Макаров урамында программаға ингән күп фатирлы йорттарҙағы эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

Адмирал Макаров урамы, 24-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр яҡын тиҙҙән яңы лифт туйлаясаҡ. Әле бында ҡыҙыу ремонт мәле. Электр линиялары алмаштырыла, иретеп-йәбештереү эше бара. Элеккеләре урынына Беларуссиянан килтерелгән яңы лифттар ҡорола.

Яңы лифттарҙың өҫтөнлөктәре бының менән генә сикләнмәй. Улар электр энергияһын 20 процентҡа тиклем экономиялаясаҡ. Күрше йортта йәшәүселәр уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде. Бер ай элек бында ла яңы лифттар ебәрелгән.

Лифт кабинаһы 25 йыл эшләгәндән һуң алмаштырылырға тейеш. Әммә 90-сы, 2000-се йылдар осоронда финанс етешмәү сәбәпле, нормативтар йыш ҡына үтәлмәй. Был лифттарҙың ватылыуына килтерә, юғары ҡатҡа күтәрелеп-төшөүҙе хәүеф аҫтына ҡуя.

Яңы лифттар хеҙмәтләндереү сифатына талапсан, шуға күрә ВАҠЫТЫНДА профилактик сараларҙы ваҡытында башҡарырға кәрәк. Шуға ла»лифт ҡолаған«тигән хәбәрҙәр ҙә булғылай. Башҡортостанда бындай осраҡтар теркәлгәне юҡ.

Асҡар Нәзиров, Башҡортостан капиталь ремонт фонды генераль директоры урынбаҫары

Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа файҙаланыу ваҡытынан сыҡҡан бөтә лифттар, йәғни, 620 ҡоролма алмаштырыласаҡ. Был 2019 йылдан алып тормошҡа ашырылған ҙур программаны йомғаҡлай. Киләһе йылдан инде эксплуатация ваҡыты сығып барған лифттарҙы алыштыра башлау күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова