Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 87-се ижад миҙгелен асты

Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән тамашала легендар балетмейстр ҡуйған композициялар менән бергә, донъя халыҡтары бейеүҙәре башҡарылды. Ижад миҙгеленең тәүге премьераһы сәхнәләштерелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Яңы ижад миҙгелен асыу тамашаһына килеүселәр бейеүселәрҙең сәхнә артындағы тормошо менән дә танышты. Экранға сығарылған яҙмаларҙы, сығыштарҙы улар ихлас ҡараны. Бер хореография композицияны сәхнәләштереү өсөн күпме көс һәм таһыллыҡ талап ителеүен күҙ алдына килтерҙе.

Ике бүлектән торған концерт программаһында донъя халыҡтары бейеүҙәре лә тәҡдим ителде. Ижад миҙгеленең тәүге премьераһына»Йондоҙло күк аҫтында«тип исемләнгән сиған бейеүе сәхнәләштерелде. Ансамблдең балет буйынса репетиторы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Әйүпов тарафынан сығарылған композиция балетмейстрҙың беренсе ижад емеше.

Яңы ижад миҙгеле ғәскәровсылар өсөн сағыу булмаҡсы. Тәүге гастролдәр октябрҙә Силәбе өлкәһенә һәм Татарстан республикаһына планлаштырылған. Ноябрҙә ижади коллектив XV Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә сығыш яһарға иҫәп тота.

Азат Ғәлиуллин