Өфөлә Бөтә донъя йөрәк көнө уңайынан Кардиокросс үтте

Аксаков исемендәге ял паркына табиптар, медицина уҡыу йорттары студенттары, ирекмәндәр йүгерергә сыҡты. Республика кардиология үҙәге тарафынан ойошторолған кросста дистанцияны атлап сығырға ла мөмкин ине. Иң мөһиме-хәрәкәт итеү. Табиптар әйтеүенсә, аҡ халатлылар өсөн төп бурыс-кешенең ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Әле ул 73 йәш тәшкил итә. Юғары күрһәткескә ирешеү өсөн үлем осраҡтарын кәметеү мөһим, шуға ла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү төп бурыс булып тора