Республикала туристик объекттар арта

4 инвестиция проектына ҡуртымға ер участкаһы бирелә. Белорет районы Асы ауылында ял базаһы төҙөү ҡарала. Инвестор был проектҡа 620 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй. Әбйәлил районында “Эко ауыл-2” тигән ял үҙәге төҙөлә. Дыуан районында глэмпинг-парк асыла. Уның майҙаны 3 гектарға яҡын. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр.  Өфө районында юл яны комплексы һалына. “Туристик инфраструктураны киңәйтеү сәйәхәтселәр һанын арттырырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ республика иҡтисады үҫешенә йоғонто яһай”, - ти эксперттар.