Бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыуына 3 йыл. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә байрам менән ҡотлаған. "Өс йыл элек Донбасс халҡы бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға ҡарар итте. Беҙ Донецк һәм Луганск Халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендәге халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең яугирҙар яңы төбәк биләмәләрендә йәшәүселәрҙе нацистарҙан һаҡлай. Башҡортостандың һәр районында гуманитар ылау туплана. Яңы төбәктәрҙә 200-ҙән ашыу социаль һәм инфраструктура объекттары тергеҙелде. Бөгөн беҙ уртаҡ киләсәгебеҙ тураһында уйлайбыҙ. Төрлө өлкәләрҙә проекттар әҙерләйбеҙ һәм тормошҡа ашырабыҙ. Беҙ бергәләп еңеүҙе көтәбеҙ. Артабан да уның өсөн барыһын да эшләйбеҙ,”- тип яҙған Радий Хәбиров.