Хәйбуллала МХО ветерандары өсөн аралашыу урыны булдырылды

Райондың Аҡъяр ауылында “Ирҙәр клубы” асылды. Клубта тематик осрашыуҙар, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре, дискуссиялар ойошторола. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Район һәм ҡалаларҙа “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды социаль кординаторҙары эшләй.