Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы буйы ике көнгә әүҙем ял итеүселәр үҙәгенә әйләнде

Балыҡ тотоу бәйгеһе 1-се Халыҡ-ара Аксаков фестиваленең финал ваҡиғаһы булды. Ғаилә байрамында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә-йәрминкә, уха бешереү буйынса кулинар алыш ойошторолдо.

Билдәле булыуынса, Сергей Аксаков балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡты үҙ итә, уның ижады ла был мауығыуҙар менән тығыҙ бәйле була. Шуға ла сараны ойоштороусылар яҡташыбыҙҙы рус әҙәбиәте классигы ғына түгел, ә тәбиғәтте яратыусы булараҡ та күрһәтергә тырышҡан. Ағиҙел буйына килеүселәрҙе ижади коллективтар сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Ә бына балыҡсылар үҙҙәре мул табышҡа һөйөнә алманы.