Оло быуын вәкиле әүҙем тормош алып бара. Ул һәр таңды ҡыуаныс менән ҡаршылай, сәләмәтлеген нығытыу өсөн күп хәрәкәт итә. Өләсәйҙең иң яратҡан шөғөлө-ҡош-ҡорт аҫрау һәм баҡса үҫтереү. Уның ҡулдары тере һыу кеүек-нимә генә ултыртһа ла, барыһы ла сәскә ата. Үҫмер ҡыҙ һуғыш йылдарында өлкәндәр менән бер рәттән колхозда эшләй, ә һуңғараҡ Үзбәкстанға күсеп китә. Сит ерҙә тормош иптәшен осрата һәм ул таба. Ире вафат булғандан һуң тыуған яғына ҡайта. Быуат сиген атлаған Фәниә Хисаметдин ҡыҙы яҡындары менән бәхетле. Улар йыш ҡына үҙҙәренең героиня-өләсәһенә килеп, уны иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алырға тырыша.