Яу ҡырында яралған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һаҡлана. Башҡортостан яугирҙары Курск өлкәһенең Новоивановка ауылын азат иткәндә ике ҡатынды үлемдән алып ҡала. Ольга Ходоренко менән Елена Другова Украина ҡораллы көстәре Суджа районын баҫып алғас ҡасып өлгөрә алмайҙар. Улар өс ай тирәһе подвалда йәшәргә мәжбүр була. Аҙыҡ эҙләп урамға сыҡҡанда нацистар Еленаның аяҡтарын автоматтан атҡылай. . Ә Ольганың инсульттан һуң хәрәкәтһеҙ ятҡан иренә дрондар һүжүм итә. Йорт-ҡаралты көл күмергә әйләнә. Октябрҙә ауылға Рәсәй ғәскәрҙәре инә һәм ҡатын-ҡыҙҙар тағы ике ай беҙҙең яугирҙар менән подвалда йәшәй. Бәрелештәр һыҙығынан йөҙ метр алыҫлыҡта ғына торғанлыҡтан көн дә үлеп терлә инек, тип хәтерләй Ольга. Башҡортостан егеттәре уларға ашарына , медикаменттар ташый.
Мөмкинлек барлыҡҡа килеү менән ҡатын-ҡыҙҙар эвакуациялана. Үҙҙәрен үлемдән ҡотҡарған яугирҙарҙы улар бер туғандай күрә. «Шатун» ҡушаматлы яҡташыбыҙ яраланып госпиталгә эләккәс тә, шундуҡ ярҙамға килеп, яугирҙарға иғтибар, хәстәрлек күрһәтә.