Салауат Юлаев исемендәге премияға Рита Өмөтбаева һәм Сулпан Асҡарова тәҡдим ителде

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салуат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән конкурстың йомғаҡлау этабында ҡатнашыусылар һайлап алынған. Улар араһында билдәле продюсерҙар һәм хореографтар ҙа бар. «Байыҡ» телевизион проекты авторы һәм продюсеры Рита Өмөтбаева, «Салауат Юлаев» көндәре республика байрамының ҡуйыусы режиссеры Сулпан Асҡарованың ижади порттретары хаҡында киләһе яҙмала.

Рита Өмөтбаева ижади йәдкәре,көслө энергетикаһы, халыҡ сәнғәтенә сикһеҙ һөйөүе менән «Байыҡ»ты республика кимәленән ҙур халыҡ-ара фестивалгә әйләндерә алды. Бейеү фестивалендәге һәүәҫкәр артистарҙың һәр сығышы - быуаттар буйына дауам иткән йолаларҙы йәнләндереүсе, ата-бабаларҙың ғәжәйеп тарихтарын бейеү телендә тапшырыусы мөғжизә. Рита Ришат ҡыҙы берҙәм һәм профессиональ команда ярҙамында үҙенсәлекле ярыш мөхитен булдыра ,«Байыҡ»та ҡатнашыусы олоһо-кесеһенә ҙур сәхнәлә танылыу яулау мөмкинлеге бирә..

«Байыҡ»телевизион бейеү фестивале - Башҡортостандың ҡабатланмаҫ мәҙәни феномены, ул ер шарының төрлө ҡитғалары таланттарын берләштергән сағыу халыҡ ижады байрамы. Һәр уңышлы сығыш, һәр үҙенсәлекле программа артында бейеү сәнғәтенә тоғролоҡло шәхес Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева тора. Рита Өмөтбаева продюсер ғына түгел, ул фестивалдең йәне, унда ҡатнашыусыларҙың төп илһамландырыусыһы ла.

Рита Ришат ҡыҙының ижад юлы яратҡан һөнәргә тоғролоҡ , Башҡортостан мәҙәни тормошо үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүҙең сағыу өлгөһө лә. Уның эше милли мәҙәни мираҫты һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, яңы таланттар асыуға һәм бейеү сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә Рита Өмөтбаеваның һиҙгерлеге, оҫта етәкселеге, деталдәргә иғтибарлы, һәр ҡатнашыусының бейеү маһирлығын күрә белеү һәләте - «Байыҡ»ты башҡорт сәнғәте гәүһәренә әүерелдерҙе.

Сулпан Асҡароваға студент йылдарында данлыҡлы Юрий Григорович һин мотлаҡ хореграф булырға тейешһең, тигән фәтихаһын бирә.Сулпан Рәил ҡыҙы Юрий Григоровичтың өмөтөн аҡлай. «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале, Милли костюмдар парады, «Дуҫлыҡ хороводы», «Ҡурайфест» концертында ҡуйыусы режиссер. Һуңғы күләмле эше - «Салауат вариҫтары»фольклор байрамы сиктәрендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арналған театрлаштырылған тамаша Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителде.

Салауат рухы театрлаштырылған тамаша аша һәр кемдең күңеленә барып етте. Тыуған илен, ерен һаҡлау уҙған быуаттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Айырыуса әлеге ваҡытта илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусыларҙа Салауат рухы йәшәүе һоҡландырҙы. Махсус хәрби операция яугиры үҙе лә был тамашала ҡатнашты. Халыҡ был сәхнәләрҙе тетрәнеп ҡараны.

"Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1967 йылдан тапшырылып килә. Киләһе ултырышта комиссия дәүләт премияларын биреү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Положениеға ярашлы, лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика Көнөндә үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2023 йылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы йыл һайын тапшырыла. Өс премияның һәр береһенең күләме бер миллион һум тәшкил итә.

Гүзәл Борханова