Бөгөн башҡорт сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле актер, режиссер һәм педагог Олег Ханов вафат булды. Уға 74 йәш була.
Олег Закир улы оҙаҡ йылдар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уйнай һәм ошо театр менән етәкселек итә, Ырымбурҙа һәм Мәскәүҙә эшләй. Уның наградалары һәм исемдәре күп: Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәйҙең Дәүләт премияһы, Халыҡ-ара Станиславский премияһы лауреаты. Әммә иң мөһиме, ҡайҙа ғына эшләмәһен, уны тамашасылар бик ярата. Бөйөк артист, режиссер һәм бик тәрән, яҡты кеше. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Олег Ханов 1951 йылда Архангел районында актёр ғаиләһендә тыуған.1973 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Ырымбур өлкә театрында, “Сатирикон” театрында төп ролдәрҙе башҡара. Ваҡытында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрҙарында төрлө юғары вазифалар биләй.
Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡ артисының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Бөгөн төнгө сәғт 11-ҙә беҙҙең каналда Олег Ханов иҫтәлегенә арналған "Аҡ пароход" спектакле күрһәтеләсәк.