Өфөлә "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы

Бөгөн Торатау Конгресс-холында өлкәндәрҙең "Мин яратам һине, тормош!" ун дүртенсе республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Ижади бәйгелә быйыл 55 йәштән өлкән 2580 кеше ҡатнашҡан. Республика төбәктәрендәге этаптарҙа еңеп финалға сыҡҡандар баш ҡала сәхнәһендә тормошто яратыуын иҫбатланы.

Фестивалдең быйылғы темаһы - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы. Әлшәй районы егеттәре конкурс финалына "Батырҙар" йырын алып килгән. Биш йыл тирәһе генә йәшәп килгән ансамблгә хаҡлы ялдағы ир- егеттәр йөрөй. Улар араһында уҡытыусы, ҡотҡарыусы, полиция хеҙмәткәре, Аксен ауыл хужалығы техникумының элекке директоры, водителдәр һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Уларҙың бөтәһен дә сәнғәткә һөйөү берләштерә.

“Мин яратам һине, тормош!” республика фестивалендә йыл һайын 2500-ҙән ашыу өлкән кеше ҡатнаша. Сәхнәлә сығыш яһаусылар араһында һигеҙенсе, хатта туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаусылар ҙа бар.

2025 йылда фестивалдә ижади коллективтар һәм айырым башҡарыусылар вокал, бейеү, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусылар , әҙәби әҫәрҙе художестволы уҡыусылар үҙ көсөн һынаған. Конкурсҡа 420-гә яҡын ижади номер тәҡдим ителгән. Мәсетленән ике төркөм финалға үткән.

Гран- при һәм призлы урындар алыусылар гала- концертта дипломдар менән бүләкләнде. Оло йәштәгеләр өсөн иң мөһиме-йыр моңдан, аралашыуҙан илһам алып, тормошто яратып йәшәү һәм был матур сифатты башҡаларға ла өләшеү.

Рәмилә Исмәғилева