Аяҡ-ҡулдары имгәнгән пациенттар яңынан әүҙем тормошҡа ҡайта.Өфө орто-инновациялар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заманса реабилитация технологиялары ярҙамында юғалған функцияларҙы тергеҙеүҙән тыш, тән эстетикаһын ҡайтарыу мөмкинлеген дә бирә. Йыл башынан ойошмала 500-гә яҡын протеэ эшләнгән, уларҙың 32- һе микропроцессор менән идара ителә. Ҡул өсөн силикон протез етештереүселәр, аяҡ протездарын, микропроцессор менән идара ителгәндәрен эшләүҙә махсуслашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында
24 йәшлек Тимур Күсәрбаев үҙен әүҙем тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән табиптарға һәм протез етештереүселәргә сикһеҙ рәхмәтле. Ул 2022 йылдың көҙөндә мобилизациялана һәм алғы һыҙыҡҡа эләгә. 2024 йылда хәрби бурысын үтәгәндә егеткә табанына мина ярсығы эләгә һәм ҡаты яралана. Яу яланынан Тимурҙы атаһы хәүефһеҙ ергә алып сыға. Егет госпиталдә ҡатмарлы операциялар үткәрә, әлеге мәлдә Тимур протезға тулыһынса яраҡлашҡан. Спорт менән шөғөлләнә,ҡышҡыһын конькиға баҫҡан, фитнес-залға йөрөй, йүгереү тренажерында күнекмәләр яһай, велосипед спорты менән шөғөлләнә, походтарға сыға.Һынауҙарға бирешмәй, тулы тормош өсөн көрәшеүен дауам итә.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалған яугирҙарҙы протезлау һәм реабилитациялау мәсьәләһе көнүҙәк Йыл башынан аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан яугирҙарға 148 протез эшләнгән.Был үҙәктә ампутация кимәле төрлө булған кешеләргә эшкә яраҡлы функцияларҙы тергеҙеү мөмкинлеге дәүләт ярҙамы менән бушлай күрһәтелә.
Дауалау физкультураһы залы 15-ләгән ҡорамал менән йыһазландырылған. Пациенттар белгестәр яҙамы менән протезлауға әҙерлек этабын үтә.Һуңынан әҙер протездарҙы кейгәндән һуң теүәл симметрияны тотоп атларға, протездарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә. Реабилитация протезлауҙа бик мөһим этап булып тора.
Өфө орто-инновациялар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыл һайын Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан производствоны үҫтереүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар ала.
Тап ошо ярҙам арҡаһында силикон изделиелар етештереү буйынса протезлауҙың яңы участкаһы асыла.Силикон протездар етештереү өсөн Кристина Дорецкая яуаплы.
2023 йылда алған субсидияны предприятие производствоны үҫтереүгә йүнәлткән. Силиконды йәйеү өсөн өҫтәл валдары һатып алынған. Улар ярҙамында мастер силиконды тәгәрәтә һәм пациенттың тән төҫөнә буяй,конвекциялы термошкафта бармаҡ формаһын алған изделие алына..
Силикон протездар ошо кабинетта етештерелә. Улар пациенттарға тән эстетикаһын ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Ампутация үткәргән кешеләргә үҙ-үҙенә ышанырға һәм тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә.
Гүзәл Борханова