Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһен асты

Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһен асты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» 31-се Халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Телекүпер режимында ул йылытыу электр станция ҡорамалдарын яңыртыу федераль программаһы буйынса реконструкцияланған Ҡарман дәүләт район электр станцияһының-энергия блогы эшенә старт бирҙе. Шулай уҡ бөгөн Иглин районында «Алаторка» 110 киловольтлы подстанция сафҡа инде. Төбәк етәксеһе республиканың энергетика тармағы ил кимәлендә иң күләмле һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбендә булыуын билдәләне.

Форумда Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡытайҙың 100-гә яҡын компанияһы ҡатнаша, 7000 квадрат метр майҙанда энергетика тармағындағы инновацион эш алымдары, яңы ҡорамалдар тәҡдим ителә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров күргәҙмә экспозициялары менән танышыуҙан тыш, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.