Рәсәй Оборона министры 67-се мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙарын Донецк Халыҡ республикаһының Кировск тораҡ пунктын азат итеү уңайынан тәбрикләне. «Берләшмә хәрбиҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, Ватанға, хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тора»,-тиелә министрҙың ҡотлау телеграммаһында. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы 67-се дивизия составында алыша. Полк менән бер йылдан ашыу инде «Восход» ҡушаматлы командир идара итә. Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө уңыйынан хәрби хәбәрсебеҙ полк менән идара итеү үҙәгендә булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Полк менән идара итеү үҙәге алғы һыҙыҡҡа яҡын, ер аҫтында урынлашҡан. Яу ҡырындағы һәр аҙым пилотһыҙ осоу апараттарының камералары аша монитор экрандарына тапшырыла. Бында полктың төрлө хеҙмәт етәкселәре эшләй. Үҙәктән полк менән «Восход» ҡушаматлы командир идара итә. Бай тәжрибәле офицер бер йылдан ашыу инде «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкын етәкләй.
Алғы һыҙыҡта ял көндәре юҡ, эш тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Хәрбиҙәр был графикка күнегергә мәжбүр. «Восход» билдәләүенсә, полк менән идара итеү тәү сиратта яугирҙарҙың ғүмере һәм уларҙың уңыштары өсөн яуаплылыҡ. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы, 67-се дивизияның иң һөҙөмтәле берләшмәләренең береһе. Беҙҙең яугирҙар Торское тораҡ пункты һәм Серебрянка урмансылығын штурланы, яңыраҡ Кировскта ла Рәсәй флагын элде.
Беҙҙең ғәскәр әле Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә дошманды ҡыҫырыҡлай. Полк яугирҙары Кировскиҙы дошман ҡалдыҡтарынан таҙарта. Башҡортостан мотоуҡсыларының рухы көслө тигән фекерҙә командир.
«Восход» билдәләүенсә, полкта ныҡлы коллектив тупланған.
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам. Алғы һыҙыҡҡа оҙатылған гуманитар ылауҙар. Башҡортостан һәр ваҡыт яугирҙарының янында.
Республика етәкселегенең, шәхсән башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың иғтибары беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле ти командир. Восход уның менән даими тура элемтәлә.
Яугир иптәштәремдең күбеһе Башҡортостандан. Шуға ла мин батыр йөрәкле илһөйәрҙәр төбәген яратап өлөгрҙөм ти «Восход». Ваҡыт еткәс мотлаҡ республиканы барып күрергә ниәтләгәнмен ти командир.
Башҡортостан полкында хеҙмәт итеүемә сикһеҙ ғорурланам. Оборона министрылығы менән контракт төҙөргә теләүселәр өсөн күңелебеҙ һөм ишебеҙ асыҡ тип билдәләй Восход.
Рәсәй армияһының төп көсө булған ҡоро ер ғәскәрҙәренең яңы шанлы тарихын яҙған Башҡортостан мотоуҡсылар полкы менән идара итеү пунктының көндәлек тормошо һәм эше ошолай дауам итә. Егеттәр бар көсөн һалып еңеүҙе яҡынайта
Рафиҡ Әхмәтшин