Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Өфө кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы эшмәкәрлеге менән танышты. Өфөлә дүрт ай элек асылған Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы йөрәк сирҙәрен дауалауҙа махсуслашҡан иң ҙур учреждение. Аҡ халатлылар бында республиканан ситкә сыҡмай 5 меңдән ашыу пациенттың йөрәген ҡотҡарған. Заманса бинала 10 реанимация блогы, диагностика, кардиохирургия һәм административ бүлектәр, поликлиника эшләй. Республика кардиология үҙәгендә йыл һайын 14 меңдән ашыу пациент стационар, 90 меңдән ашыу кеше консультатив ярҙам ала.