Башҡортостан алдағы өс йылда илдең иҡтисади йәһәттән иң тиҙ үҫешкән ун төбәге иҫәбенә инәсәк

Өҫтәүенә, республика был исемлектә Волга буйы федераль округы субъекттарынан берҙән-бер төбәк. Бындай фараздарҙы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре бирә. Эксперттар эске төбәк продуктының үҫеш темптары йылына дүрт процентҡа тиерлек етәсәк тип фаразлай. Ғалимдар фекеренсә, республикала иҡтисадты үҫтереү өсөн кәрәкле ресурстар бар. Атап әйткәндә, инфраструктура булдырыла, юғары уҡыу йорттарына кампус төҙөлә, фән һәм сәнәғәт предприятиелары араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла.

Быйыл Башҡортостан эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы етештереүҙең үҫеш темптары буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә-алты процентҡа яҡын. Алдағы өс йылға ваҡлап һатыу сауҙаһының биш ярым процентҡа тиерлек артыуы күҙаллана. Эксперттар әйтеүенсә, ил эсендә сит ил тауарҙарына ҡарағанда, Ватан тауарҙарына өҫтөнлөк биреү үҫеш импульсы бирә.