Башҡортостан предприятиелары һаҡсыл производствоны индереү буйынса федераль проектта ҡатнаша

Етештереү процесын оптималләштереү, ваҡытты һәм материалдарҙы юҡҡа сарыф итмәүгә йүнәлтелгән программала быйыл 23 предприятие ҡатнашырға теләк белдергән. Ил кимәлендә уникаль продукция сығарған завод эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфө теүәл машиналар эшләү заводы-Рәсәйҙә ҡамау колонналарын төшөрөү системаһын берҙән-бер етештереүсеһе. Нефть һәм газ тармағы өсөн сығарылған продукцияның стратегик әһәмиәттә булыуы иҫәпкә алынған предприятие Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының юл картаһы исемлегенә индерелгән. Күптән түгел урында һаҡсыл етештереү принциптары индерелә башланы.

Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге эксперттары предприятие һөҙөмтәлелекте арттырырға һәм юғалтыуҙарһыҙ эшләргә ярҙам итә. Федераль проект ярты йыл эсендә ике этапта тормошҡа ашырыла. Тәүге өс ай диагностика осорҙа белгестәр етештереү һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһаусы кире яҡтарын асыҡлай.

Быйыл «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль милли проектында республиканың 23 компанияһы үҙ һөҙөмтәлелеген күтәрергә тырышасаҡ. 2019 йылдан алып ике йөҙҙән ашыу Башҡортостан предприятиеһы һаҡсыл етештереү принциптарын индергән. Белгестәр билдәләүенсә, иҡтисади һөҙөмтә 4 миллиард һумдан ашҡан.

Азат Ғәлиуллин