Олег Ханов менән хушлашыу 2 октябрҙә Өфө драма театрында үтәсәк

Күренекле актер, режиссер Олег Ханов менән хушлашыу, 2 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтә. Матәм митингы сәғәт 12-гә билдәләнгән. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы 75-се йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Бөгөн танылған яҡташыбыҙ менән хушлашыу Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында үтте.

Театр донъяһына һөйөү уға бала сағында һалына. Олег Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районының Ҡыҙғы ауылында халыҡ артисы Закирйән Ханов менән Шәмсинур Сиражетдинова ғаиләһендә тыуа. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә.

Флорид Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!»ында Абдрахман, Мостай Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә Мәхмүт, «Айгөл иле» ндә Ричард Галин... ролдәрҙә ул уйнап ҡына ҡалмай, йәшәй..

Төрлө йылдарҙа Республика йәш тамашасы театрында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында художество етәксеһе, Салауат башҡорт дәүләт театрының баш режиссёры вазифаларын башҡара.

Олег Закир улына Мәскәүҙәге Аркадий Райкин исемендәге «Сатирикон» Рәсәй дәүләт тетрында ла уйнау бәхете тейә. Актер һәм режисссер, етәксе булыу менән бер рәттән ул студенттарҙы уҡытырға ла ваҡыт таба.

2000-2009 йылдарҙа Максим Горький исемендәге Ырымбур драма театрында эшләй, Ырымбур сәнғәт институтында уҡыта. 2022 йылдан ул йәнә Ырымбур сәхнәһендә уйнай, тиҙҙән Өфөгә гастроль менән килергә тейеш булған була..

Рәмилә Исмәғилева