Атаһынан күргән-уҡ юнған. Ике тиҫтә йыл самаһы элек Кушнаренко район Иҫке Ҡормаш ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Айрат Сабиров етәкләгән ойошма бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтә, үҫә һәм нығына. Хәҙер атаһы башлаған эште улы Илнур дауам итә. Бер үк ваҡытта йәш белгес Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡотҡарыусы булып та эшләй. Бөгөн «Сабиров» хужалығының 900 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар. Бында үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Хужалыҡта 90 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Быйыл мул уңыш йыйып алынған, мал аҙығы етерлек әҙерләнгән.