Ҡатмарлы заман ябай булмаған ҡарарҙар талап итә. Башҡортостан башлығы политологтар һәм республиканың эксперт берләшмәһе вәкилдәре менән төбәктең ағымдағы социаль-иҡтисади хәлен тикшерҙе. Осрашыу башында Радий Хәбиров, бөгөн Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, илдең оборона һәләтен нығытыу буйынса әүҙем эш алып барыуын билдәләне. Башҡортостан да ҡуйылған бурыстарҙы бик яҡшы үтәй. Беҙҙә яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Быйыл ошо маҡсатҡа 25 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Сәнәғәт үҫешенә килгәндә, әлеге ваҡытта былтырғы менән сағыштырғанда, бер аҙ түбәнәйеү күҙәтелә. Сәбәбе - иҡтисади санкцияларҙа, һәм әҙер продукцияны һатыуҙың Европа баҙарын юғалтыу. Был республика бюджетына зыян килтерә, уның килем өлөшөн күп йәһәттән табышҡа һалым тәшкил итә, бигерәк тә эре компанияларға. Әлегә заказдар менән тәьмин ителһә лә, эштең финанс һөҙөмтәләре әҙерәк буласаҡ. Иҡтисадтағы көсөргәнешле мәлдәрҙе уртаҡ тырышлыҡ менән һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Әле Башҡортостанда ҙур социаль объекттар - дауаханалар, поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә. Уларҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Милли проекттар һәм Рәсәй Хөкүмәте тормошҡа ашырған бөтә программалар буйынса эшләүгә ставка яһала. Был федераль аҡсалар социаль инфраструктураны яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Идара итеү аппаратын оптималләштереү буйынса билдәле саралар үткәреләсәк. Шулай уҡ ҙур рәсми делегацияларҙың фестиваль эшмәкәрлеген, хөкүмәт командировкаларын финанслау кәмейәсәк. Инфляция арҡаһында яңы төҙөлөштәргә тотонор алдынан мең тапҡыр уйларға кәрәк буласаҡ.
Республика башлығы республикалағы сәйәси хәлде тотороҡло тип атаны. Быға дәлил итеп яңыраҡ Башҡортостанда урындағы һайлауҙарҙың тыныс үтеүен билдәләне. Был юлы төрлө кимәлдәге советтарға махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылар һайланды, тине Радий Хәбиров. Бындай бурысты Рәсәй Президенты ҡуя.
Башҡортостан башлығының республиканың эксперт берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыуы икенсегә үтте. Аралашыу барышында улар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, киҫкен мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән "Башспирт" һәм "Башкиравтодор"тураһында фекер алышты. Радий Хәбиров политологтарҙы ҡыҙыҡһындырған темалар буйынса ентекле яуап бирҙе. Бынан тыш, эксперттар, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, һәм хатта уның ярҙамында ла, республика импортты алмаштырыусы үҙ производствоһын булдырҙы, тине. Өфөлә Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү, юлдарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү кеүек ҙур инфраструктура проекттары ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан иҡтисады ошондай шарттарҙа ла сит илдәрҙә яңы баҙарҙар таба алды.