Башҡортостан Урман хужалығы эш һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

Был турала һөнәри байрам уңайынан «Торатау» Конгресс-холында үткән тантанала билдәләнде. Республика йәшел ҡалҡанды етди контролдә тотоуы һәм урманды файҙаланыу өлкәһенә бәйле мәсьәләләрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. 2019 йылдан алып Башҡортостан «Урманды һаҡлау» федераль проектын да уңышлы тормошҡа ашырыуға ирешкән.

Сара сиктәрендә төбәк данын күтәргән ойошмаларҙың продукцияларынан торған махсус күргәҙмә лә эшләне. Улар араһында 35 йыллығын билдәләгән Өфө лимонарийы менән Маҡар урман хужалығының боланут сәйҙәре айырым урын биләй. Уларҙың тауарҙары бөгөн маркетплейстарға ла сыҡҡан.