Республика йәмәғәтселеге күренекле актер, режиссер Олег Хановты һуңғы юлға оҙатты

Башҡорт дәүләт академия драма театрына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы менән бәхилләшеүгә йөҙҙәрсә кеше килде. Матәм митингында төбәк башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап, Олег Закир улы бар булмышы менән театрҙы, үҙ эшен яратҡан кеше булып хәтерҙә ҡаласаҡ тине. Һуңғы йылдарҙа талант эйәһе Ырымбур өлкә театрында эшләүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла башҡорт драма театры менән бәйләнешен өҙмәгән. Ошо көндәрҙә Өфө сәхнәһендә уйнарға тейеш булған.

Тыуған яғына ул Ырымбурҙан гастроль менән килеп өлгөрмәне... Мәңгелеккә ҡайтты. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов һуңғы тапҡыр тамаша залын йыйҙы. Башҡорт театр сәнғәте өсөн бер йыл эсендә икенсе оло юғалтыу. Меңдәр күңелен яулаған тағы ла бер арҙаҡлы шәхес сәхнәнән китте.

Тынғыһыҙ ижады, спектаклдәре, сәхнәләге образдары менән ул халыҡ һөйөүен яулаған талант эйәһе. Театр сәнғәтенә һөйөүе бала сағынан килә. Олег Ханов Сибай театры актерҙары Закирйән Ханов менән Шәмсинур Сиражетдинова ғаиләһендә үҫә. Улдарының мәктәптән һуң сәнғәт юлын һайлау теләгенә ата-әсәһе тәүҙә ризалыҡ бирмәй, шулай ҙа ынтылышы көслө була егеттең. Һәм яңылышмай.

1973 йылда сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры труппаһына ҡабул ителә. Сәхнәлә сығыш яһау, спектаклдәр ҡуйыу, ижади коллективҡа етәкселек итеү менән бер рәттән, күренекле сәнғәт әһеле оҙаҡ йылдар республика театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Олег Хановтың исеме Мәскәүҙәге «Сатирикон», Салауат һәм Ырымбур драма тетрҙары менән дә бәйле. Һуңғы йылдарҙа ул күрше өлкәлә эшләүенә ҡарамаҫтан, Башҡорт драма театрында артисты һәр ваҡыт көтәләр. Грим бүлмәһе лә һаҡлап ҡалынған. Фотоһүрәттәр, картиналар һәм китаптар... Олег Закир улы уҡыуындағы әҫәрҙәр ҙә хәҙер радионың алтын фондында.

Театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Олег Ханов юғары дәүләт наградаларына, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры ла.

Олег Хановтың ижады мәңгегә Башҡортостан халҡы, тамашасы күңелендә ҡаласаҡ. Һуңғы юлға ла күренекле артисты алҡышлап оҙаттылар. Республика кимәлендә шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күреләсәк.

Гөлназ Хәйбуллина