Иҡтисадта яңы мөмкинлектәр. 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында етештерелгән тауар әйләнеше әле 296 миллион һумға еткән. Йыллыҡ табыш 320 миллион тәшкил итә. Урында етештерелгән продукциялар тотош Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был ниндәйҙер ҡеүәтле предприятиела түгел, ә Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһындағы махсус участка. Бында етештерелгән продукция тотош Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. Йылытыу ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһы ла тиҙҙән тәғәйен урынға ебәреләсәк. Уны иретеп-йәбештереү Айнур Сәфиуллинға ышанып тапшырылған. Холоҡ төҙәтеү колонияһында ул икенсе йыл.
Яңы һөнәр үҙләштергән хөкөм ителеүселәргә дәүләт өлгөһөндәге документ та тапшырыла. Ул иреккә сығып эшкә төшкәндә бик ҡулай. 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы ил иҡтисадына ярайһы ғына өлөш индерә. Ауыл хужалығына ла эшләйҙәр.
Колонияла шулай уҡ төрлө ойошма-предприятиеларға махсус заказ буйынса кейемдәр ҙә тегелә. Һигеҙ сәғәтлек эш көнө билдәләнгән. Холоҡ төҙәтеүселәр ике сменаға бүленеп эшләй. Уларҙың ҡул эштәрен төрлө муниципалитет сквер-парктарында күрергә мөмкин.
Дөйөм тауар әйләнешенең йыллыҡ килеме 320 миллион һум тәшкил итә. Эш тик бының менән сикләнмәйәсәк. Заказдар туҡтауһыҙ килеп тора. Тауарҙарға һорау булғас, тәҡдим төрҙәре лә киңәйә.
Азат Ғәлиуллин